Азамат һәм Нәсимә Тимеровтар
Ә ниңә һуң
Ну как песня, понравилась? Поделись с друзьями!
Текст песни "Азамат һәм Нәсимә Тимеровтар — Ә ниңә һуң"
Таһир Кәримов көйө
Илшат Йомағолов шиғыры
Һәр көн иртән ҡояш сыға
Һиңә лә, миңә лә.
Һәр көн иртән елдәр иҫә
Һиңә лә, миңә лә.
Ә ниңә һуң минең күңелем,
Ә ниңә һуң минең күңелем.
Тик һиндә, тик һиндә,
Тик һиндә генә.
Һәр йыл һайын яҙҙар килә,
Һиңә лә, миңә лә.
Һәр йыл һайын көҙҙәр килә,
Һиңә лә, миңә лә.
Яҙҙарын да беҙҙең ғүмер
Көҙҙәрен дә беҙҙең ғүмер
Гел бергә, гел бергә,
Гел бергә генә.
Йәшлек үтер, ҡартлыҡ етер
Һиңә лә, миңә лә.
Килер быуын һорау бирер
Һиңә лә, миңә лә.
Беҙҙең яуап һәрсаҡ эҙер:
"Буш уҙманы беҙҙең ғүмер,
Тыуған ил, изге ер,
Беҙ йырлаған йыр".